+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
28 Август 2024, 03:42

Батыр йөрәкле ҡыҙыбыҙ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы батырҙарыбыҙ араһында ҡыйыу йөрәкле гүзәл заттар ҙа бар. Шуларҙың береһе – Вәсилә Шаһыбалова хаҡында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һөйләй. Азамат Юлдашбаев ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һылыуға рәхмәт хаты тапшырған.

Батыр йөрәкле ҡыҙыбыҙБатыр йөрәкле ҡыҙыбыҙ
Батыр йөрәкле ҡыҙыбыҙ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы батырҙарыбыҙ араһында ҡыйыу йөрәкле гүзәл заттар ҙа бар. Шуларҙың береһе – Сибайҙан Вәсилә Шаһыбалова хаҡында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һөйләй. Азамат Юлдашбаев ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һылыуға рәхмәт хаты тапшырған.

Хәрби хеҙмәтен Вәсилә быйыл февралдә операция шәфҡәт туташы вазифаһында башлаған. Яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарыу теләге менән яна ул, шуға ла алғы һыҙыҡҡа барырға ҡарар итә. Баштараҡ уға, бала табыу йортоноң шәфҡәт туташына, ауыр һәм тулҡынландырғыс була, ләкин хәҙер ул үҙенең бурыстарын бик яҡшы башҡара һәм бының менән ғорурлана.

Вәсилә – ике бала әсәһе. Әлбиттә, улар әсәһен һағына, шул уҡ ваҡытта уның ниндәй мөһим бурыс үтәүен аңлай. Вәсилә үҙенең эше һөнәр генә түгел, ә кешеләргә хеҙмәт итеү һәм һөнәри бурыс икәнен белә. “Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уға һаулыҡ, көс-ҡөҙрәт, тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!” – тип яҙа Азамат Юлдашбаев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фото Азамат Юлдашбаевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас