27 августа Башҡортостандың Милли музейында республика Башлығы Радий Хәбиров «Өфөлә Кремль йондоҙҙары яҡтылығы. Владимир Нуждиндың гравюраларында һәм миниатюраларында Рәсәй тарихы» күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты.
Экспозиция төбәктең баш ҡалаһының 450 йыллығына арнала.
Рәссам Башҡортостан өсөн Шайморатов генерал миҙалы һәм ордены, Григорий Аксаков ордены, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы билдәләренә заказдар үтәгән. Күргәҙмәне асыу хөрмәтенә Владимир Нуждин Башҡортостандың милли музейына эскиздарын, таш формаларын һәм элек республика өсөн яһаған иҫтәлекле билдәләрҙе эшләү технологияһын бүләк итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күргәҙмәлә тәҡдим ителгән эштәр менән танышты, рәссам менән аралашты.
– Бөгөн был күргәҙмәлә күренекле рәссам-гравёр үҙенең художестволы, ижади эштәрен күрһәтте. Был тылсымлы тарих. Экспозиция мәктәп экскурсиялары өсөн дә тап килә, шул иҫәптән «Пушкин картаһы» буйынса, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Күргәҙмә оҫтаның төрлө жанрҙағы 70-тән ашыу әҫәрен үҙ эсенә ала һәм 23 октябргә тиклем дауам итә. Ташҡа контррельефлы гравюраның һирәк техникаһында эшләнгән һәм артабан металға ҡойолған эштәр айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Владимир Нуждин – был технология буйынса эшләүсе илдәге берҙән-бер рәссам.
Оҫтаның эштәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә билдәле. Уның әҫәрҙәре Эрмитаж, «Царское Село» Дәүләт музей-ҡурсаулығы кеүек музейҙарҙа, шулай уҡ Германия, Испания һәм Бөйөк Британия коллекцияларында һаҡлана.