+24 °С
Ямғыр
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә Башҡортостандан 130-ҙан ашыу гуманитар ылау оҙатылды. Был турала БСТ каналының “Честно говоря” тапшырыуында Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитетының төбәк штабы етәксеһе Эльвира Мацкевич хәбәр итте.
Ул фронтҡа бөтөн нәмә – ризыҡ һәм һыуҙан алып машиналар, кәрәкле техникаға тиклем ебәрелеүен билдәләне. Эльвира Мацкевич республикала гуманитар ярҙам системаһы бик ентекләп ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото “Башинформ”дан алынды.