+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
26 Август 2024, 06:59

Уҡыусылар һәм студенттар электричкала 50% ташлама менән йөрөй ала

1 сентябрҙән мәктәп уҡыусылары һәм көндөҙгө бүлек студенттары Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы электричкаларына билеттарҙы ташламалы хаҡ менән һатып алырға мөмкин. Республикабыҙҙа ташлама 50% тәшкил итә.

Уҡыусылар һәм студенттар электричкала 50% ташлама менән йөрөй алаУҡыусылар һәм студенттар электричкала 50% ташлама менән йөрөй ала
Уҡыусылар һәм студенттар электричкала 50% ташлама менән йөрөй ала

1 сентябрҙән мәктәп уҡыусылары һәм көндөҙгө бүлек студенттары Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы электричкаларына билеттарҙы ташламалы хаҡ менән һатып алырға мөмкин. Республикабыҙҙа ташлама 50% тәшкил итә.

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ташламалы билет алыу өсөн уҡыусыларға – мәктәптән белешмә, студенттарға студент билеты талап ителә.

Белешмәлә йәки студент билетында исем-шәриф, белем биреү учреждениеһының реквизиттары һәм юридик адресы күрһәтелергә, мисәте, етәксенең ҡултамғаһы булырға тейеш.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас