Башҡортостанда “Именлек” геронтология үҙәгенең яңы корпусын төҙөүҙе тамамлап киләләр, ул психоневрологик йүнәлештәге 50 койкаға иҫәпләнгән. Был хаҡта республикабыҙҙың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Өфөлә уҙған “ПНИ – яңы идеялар киңлеге” төбәк-ара семинар-кәңәшмә майҙансығында хәбәр итте.
Социаль хеҙмәтләндереү системаһы перспективаларына арналған сараға Рәсәйҙең 12 төбәгенән 200-ҙән ашыу вәкил йыйылды. Семинарҙа Ленара Иванова республикабыҙҙағы стационар учреждениелар системаһы тураһында һөйләне. Ул бөгөнгө көндә Башҡортостанда 15 стационар учреждениела психик тайпылыштары булған 5 мең кеше даими нигеҙҙә йәшәүен билдәләне.
Бер йыл элек “Демография” милли проекты сиктәрендә Благовещенда яңы корпус һәм 60 урынлыҡ геронтопсихиатрия бүлеге асылды. Быйыл “Именлек” геронтология үҙәгендә 50 урынлыҡ яңы корпус асыу планлаштырыла.
Фото: “Башинформ”.