Өфөләге М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының фондтарҙы каталоглаштырыу һәм үҫтереү бүлеге мөдире Нәзилә Дәүләтханова Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында күреү һәләте ныҡ боҙолған балалар өсөн Брайль шрифты менән баҫылған башҡорт теленән дәреслек яҙған.
"Башҡорт теле – Брайль шрифты менән" проекты үҫешендә ауырлыҡтар булған балаларҙың туған тел тураһындағы белемен арттыра, уларға туған телдә аралашыуын мөмкинлеге бирә.
Грант аҡсаһы Брайль шрифты менән баҫтырыуға тәғәйенләнгән махсус ҡағыҙ, рельеф барлыҡҡа килтереүсе ҡағыҙ, башҡа материалдарға тотонолған. Әле тактиль башҡорт алфавиты, дидиактик материалдар, 15 уҡыу ҡулланмаһы әҙерләнгән.