+23 °С
Облачно
23, 24 һәм 25 августа республиканың район-ҡалаларында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола, унда урында етештерелгән тәбиғи продукция һатып алырға мөмкин.
Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, сауҙа 36 районда һәм ҡалала 48 майҙансыҡ асыла.
«Әгәр ял көнө йәрминкәһендә сауҙа итергә теләһәгеҙ, таблицала ҡыҙыҡһындырған районды табырға кәрәк. Һуңынан күрһәтелгән номерға шылтыратып белешергә була. Теләгән һәр кем ҡатнаша ала», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.