+30 °С
Болотло
22 августа Өфөлә Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнөнә арналған автоуҙыш үткәрелә.
Акцияның маршруты — Еңеү паркынан алып Октябрь проспекты һәм Салауат Юлаев проспекты буйлап «Патриот» паркына тиклем.
Уҙғарыу ваҡыты — көндөҙгө 12-нән 15-кә хәтлем. Һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк.
Сараны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәге ойоштора.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.