+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
21 Август 2024, 04:40

Алда торған һайлауҙа тауыш биреү тәртибе тураһында иҫкәртәләр

Башҡортостанда һайлаусыларға 6, 7 һәм 8 сентябрҙәге һайлау тураһында адреслы мәғлүмәт биреү эше бара.

Алда торған һайлауҙа тауыш биреү тәртибе тураһында иҫкәртәләрАлда торған һайлауҙа тауыш биреү тәртибе тураһында иҫкәртәләр
Алда торған һайлауҙа тауыш биреү тәртибе тураһында иҫкәртәләр

Башҡортостанда һайлаусыларға 6, 7 һәм 8 сентябрҙәге һайлау тураһында адреслы мәғлүмәт биреү эше бара.

Был осорҙа республика Башлығын, Өфөнөң бер мандатлы 54-се округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатын, шулай уҡ урындағы 200-ҙән ашыу үҙидара органдарға һайлау үтә.

28 авгусҡа тиклем участка һайлау комиссияһы ағзалары өй беренсә йөрөп сығырға тейеш. Улар халыҡҡа уларҙың һайлау участкаһы, «Мобиль һайлаусы» технологияһының мөмкинлектәре тураһында һөйләй, өйҙә тауыш бирергә теләүселәрҙең исемлеген аныҡлай. Ошо система ярҙамында һайлау ваҡытында үҙеңә уңайлы һайлау участкаһында тауыш биреү мөмкинлеге бар. Әлеге мөмкинлектән файҙаланыу өсөн күп функциялы үҙәк йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша участка йәки территориаль һайлау комиссияларына ғариза бирергә кәрәк.

Билдәле булыуынса, республика етәксеһе вазифаһына кандидаттар исемлегенә Радий Хәбиров («Берҙәм Рәсәй»), Иван Сухарев («ЛДПР»), Владимир Нагорный («Ғәҙел Рәсәй»), Артур Шәйнуров («КПРФ») һәм Илшат Тимерйәнов («Яңы кешеләр») ингән. 

Автор:
Читайте нас