Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре Урал аръяғында булды һәм гидротехник ҡоролмаларҙың торошон ҡараны.
Баймаҡ районында, ямғырҙарҙан һуң, Темәс ауылындағы Талашты йылғаһы аша күпер емерелгән һәм Шырҙы йылғаһы быуаһының йыуылыуы ихтимал булған.
Премьер-министр республиканың Транспорт министрлығына был йылғалар аша ике капиталь күпер төҙөү проектын әҙерләргә ҡушты.
Ул Әбйәлил районында Сиҙәм һәм Йәнгел ауылдарында ике күперҙе һыу баҫыу арҡаһында барлыҡҡа килгән эҙемтәләрен баһаланы.
Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә “Сиҙәм – Урал 1+430 саҡрым” күпере зыян күргән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бер хәрәкәт һыҙаты ябылған.
Андрей Назаров белгестәргә ҡоролманы тикшерергә һәм ваҡытлыса ремонт эшләргә ҡушты.
Йәнгел ауылында ауыл хужалығы техникаһы өсөн файҙаланылған ике күперҙең береһе ремонтҡа мохтаж. Ямғыр арҡаһында һыу баҫыу менән бәйле бында хәрәкәт сикләнгән. Андрей Назаров ҡоролманы тикшерергә һәм уны рәткә килтерергә ҡуша. Йәнгелдәге төп күпер зыян күрмәгән.
15 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарға һауа шарттары яҡшырғас та юлдарҙың һәм күпер ҡоролмаларының емерелгән участкаларында тергеҙеү эштәрен башларға ҡушты. Һүҙ республика биләмәһендәге 22 саҡрымдан ашыу автомобиль юлы һәм 26 күпер тураһында бара. Был маҡсатҡа төбәк бюджетынан 123,7 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.