+30 °С
Болотло
Әлшәй районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Роберт тигән егет дошмандың ике танкын юҡ иткән. Хәрби задание ваҡытында күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн яугир Суворов миҙалы менән бүләкләнгән. Был хаҡта Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.
«Алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙ ҡорос ихтыяр күрһәтә. Робертҡа һәм бөтә егеттәребеҙгә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм», – ти Дамир Мостафин үҙенең яҙмаһында.
Фото Дамир Мостафиндың социаль селтәренән.