+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Августа 2024, 05:50

Балалар хәүефһеҙлеге айлығы бара

Республикабыҙҙа яңы уҡыу йылы алдынан балалар хәүефһеҙлеге айлығы башланды, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте

Балалар хәүефһеҙлеге айлығы бараБалалар хәүефһеҙлеге айлығы бара
Балалар хәүефһеҙлеге айлығы бара

Республикабыҙҙа яңы уҡыу йылы алдынан балалар хәүефһеҙлеге айлығы башланды, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Айлыҡтың маҡсаты – йәйге каникулдан һуң балаларҙың хәтеренә юлда, транспортта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен төшөрөү, төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙҙәрен тоторға өйрәтеү. Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә айлыҡ сиктәрендә саралар һәм күнекмәләр үтәсәк. Шулай уҡ 2 сентябрҙә хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау буйынса Бөтә Рәсәй асыҡ дәрестәре уҙасаҡ.

Дәрестәрҙә балалар хәүефле хәлдәрҙә дөрөҫ эш итергә өйрәнәсәк, янғын һәм юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен, һыуҙа үҙҙәрен нисек дөрөҫ тоторға икәнен иҫтәренә төшөрәсәк. Улар белемдәрен викториналарҙа һәм конкурстарҙа тикшерәсәк.

Фото БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының социаль селтәренән.

Автор:
Читайте нас