+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Августа 2024, 03:20

Ат спорты – байрамдың төп программаһында

Кисә, 15 августа, Баймаҡ районындағы Граф күле буйында “Башҡорт аты” III халыҡ-ара фестивале асылды.

Ат спорты – байрамдың төп программаһындаАт спорты – байрамдың төп программаһында
Ат спорты – байрамдың төп программаһында

Кисә, 15 августа, Баймаҡ районындағы Граф күле буйында “Башҡорт аты” III халыҡ-ара фестивале асылды.

Уның маҡсаты булып башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау, һанын арттырыу һәм популярлаштырыу тора. Шулай уҡ иҡтисади йәһәттән төбәктә йылҡысылыҡты үҫтереү, ҡымыҙ етештереүҙе арттырыу һәм халыҡ кәсептәре традицияларын тергеҙеү күҙ уңында тотола.

Фестивалдең программаһы бик бай. Һәм, әлбиттә, төп сығыштар, спорт ярыштары – аттарға бәйле төрҙөр. Төп программала «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш»,  «Ашаҡ» ярыштары, “Ылаҡ” уйыны тәҡдим ителә. Бынан тыш, 6 төр ат сабышы планлаштырыла.

Бөгөн, 16 августа, “Тай-тулаҡ”, “Ауҙарыш”, “Ылаҡ” уйындарының финалы, ат спорты ярыштары 12.30 – 17.30 сәғәттәрҙә үтә.

Ат спорты – байрамдың төп программаһында
Ат спорты – байрамдың төп программаһында
Ат спорты – байрамдың төп программаһында
Ат спорты – байрамдың төп программаһында
Ат спорты – байрамдың төп программаһында
Автор:
Читайте нас