Бөгөн Баймаҡ районында, Граф күле буйындағы яланда, "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале башлана.
Сағыу сараның программаһы түбәндәгесә:
15 август, кесаҙна
10.00– 14.00 - “Евразияның абориген тоҡомло аттарын һаҡлау һәм үрсетеү” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы
10.00– 16.00 – үҫмерҙәр араһында греплинг спорт көрәше буйынса республика турниры
11.00 – 18.00 - “Ирәндек мәргәне”, “Ауҙарыш”, Ылаҡ уйыны” ат спорты ярыштары
14.00 – 15.30 - “Башҡорт атын ат спортында файҙаланыу: үҫештең яңы этабы” семинары
15.00 – 17.00 – билбау көрәше буйынса республика турниры
15.30 – 17.00 - “Ирәндек” туристик-рекреацион кластеры проектын булдырыу буйынса план һәм Урал аръяғында туризмды үҫтереүгә арналған осрашыу
17.00 – 19.00 - “Таш күтәреү”, “Суҡмар ырғытыу”, “Таяҡ тартыу” уйындары буйынса таныштырыу өлөшө
17.0 – 19.00 - “Ҡара ҡаплан” боронғо төрки халыҡтары уйыны буйынса гран-при.
16 август, йома
10.00 – 17.00 – башҡорт тоҡомло аттарҙың иң яҡшы вәкилдәре күргәҙмәһе; “Оҫталар ҡалаһы” халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүселәр күргәҙмәһе; ат кәрәк-яраҡтары эшләүсе оҫталар, тимерселәр, сергетыш яһаусылар конкурсы; Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының интерактив спектакле; башҡорт халҡының традицион уйындары интерактив майҙансығы; “Башҡорт аты – Башҡортостан Республикаһының тарихында ышаныслы һәм тоғро дуҫ” исемле ижади эштәр буйынса республика конкурсы күргәҙмәһе; ҡымыҙ фестивале; ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмә-йәрминкәһе.
10.00 – 16.00 – көрәш, мас-рестлинг, самбо, канат тартыу буйынса республика турнирҙары; “Бәйге” күпалышы буйынса халыҡ-ара уйындар; уҡ атыу буйынса “Ирәндек мәргәне” турниры; “Урал батыр” турниры; ГТО нормативтарын үтәү.
9.30 – 12.00 – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Башҡорт аты үҫешендә йәмәғәт инициативалары” исемле “түңәрәк өҫтәл”е
12.00 – 12.20 – фестивалде асыу тантанаһы
12.20 – 12.30 – аттар парады
12.30 – 13.00 - “Арғымаҡ ат юл башлар, аҡыллы ир ил башлар” театрлаштырылған тамашаһы. Джигитовка.
“Зәйнетдин” шоу-проекты, “Бишбармаҡ” оркестры, “Рафстайл” барабансылары сығышы. Шулай уҡ Раян Хөснуллин, Тиммур Рамазанов, Зилиә Бәхтиева, “Сибай”, “Уралтау” (Учалы), “Ирәндек” (Баймаҡ) бейеү ансамблдәре, “Саптар” (Баймаҡ), “Эдельвейс” (сибай) хореографик коллективтары сығыш яһай.
12.55 – 13.30 – концерт программаһы
12.30 – 17.30 - “Тай-тулаҡ”, “Ауҙарыш”, “Ылаҡ” уйындарының финалы. Ат спорты ярыштары.
13.30 – 15.00 – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбировтың республиканың фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм вәкилдәре, йылҡысылары менән осрашыуы
15.50 – 16.30 - “Башҡорт тоҡомоноң иң яҡшы вәкиле” республика конкурсы
17.15 – 17.35 – Татьяна Носованың “Ирекле аттар” шоуы
17.50 – 18.20 – Волгоград өлкәһенән ат клубы ағзаларының “Джигитовка” шоуы
18.20 – 22.00 – Тимур Рамазанов, Зилиә Бәхтиева, Наил Башстайл, Рөстәм Ғиззәтуллин, Зәйнетдин, “Бишбармаҡ” оркестры ҡатналығында киске концерт.