Ҡырмыҫҡалы районының Ҡолош ауылы халҡы өсөн көтөп алынған ваҡиға булды - уларҙың йорттарына газ килде.
Ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендәге газ үткәргестәрҙе файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын башҡарыусы, Рәсәй Федерацияһы Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Газпром межрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Густов ҡатнашты. Тантана алдынан улар ауыл халҡынан газ үткәреүгә ғаризалар ҡабул ителгән күсмә офистың эше менән танышты. Сергей Густов әйтеүенсә, бының өсөн ни бары өс документ талап ителә: паспорт, СНИЛС һәм йортҡа милек хоҡуғы. Ҡунаҡтар газ ҡорамалдары өлгөләрен дә ҡараны.
Радий Хәбиров Башҡортостанда граждандарҙың льготалы категориялары өсөн газ үткәреү буйынса социаль ярҙам саралары - 100 мең һумлыҡ сертификаттар хаҡында һөйләне. Улар менән республиканың 9,8 мең ғаиләһе файҙаланған да инде, 9,5 мең йорт газға тоташтырылған.
«Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов аңлатыуынса, Ер участкаһына тиклем газ үткәреү программаһы буйынса республикала йәшәүселәрҙән 62107 ғариза ҡабул ителгән, 60170 килешеү төҙөлгән, шуларҙың 90 проценты үтәлгән — 54633 ер участкаһы сигенә тиклем, 46081 йорт хужалығына газ үткәрелгән.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын башҡарыусы, Рәсәй Федерацияһы Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев тыуған төбәгендә ошондай сарала ҡатнашыуына икеләтә шат булыуын билдәләне.
– Һуңғы ике йылда Башҡортостан газ үткәреү йәһәтенән ҙур үҫешкә өлгәште. Төбәк етәксеһе был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүлә һәм газ үткәреү мәсьәләләре бик тиҙ хәл ителә. Тиҙҙән зәңгәр яғыулыҡ республиканың халыҡ йәшәгән бөтә биләмәләренә лә барып етер тип ышанам, — тип билдәләне Владимир Якушев.
«Беҙ бөгөн ҙур ауылға газ үтеүенә бик шатбыҙ, халыҡ яҡшы, уңайлы тормошта йәшәйәсәк. Был беҙҙең «Газпром» менән берлектә иң мөһим мәсьәләләрҙең береһен нисек хәл итеүебеҙгә миҫал. Беҙҙә газ үткәреү кимәле иң юғарыларының береһе бар. Айырым рәхмәт һүҙҙәре, әлбиттә, Президентыбыҙға. Уның ҡарары нигеҙендә ике ҙур программа ҡабул ителде. 2025 йылға тиклем газ үткәреү программаһы. Был бик ҙур программа. Халыҡ күп йәшәгән бөтә ерҙәрҙә лә тиерлек беҙҙә газ бар. Бәләкәй тораҡ пункттарға ла газ үткәрә башланыҡ. Ә был программа газды туранан-тура йорттарға еткереүҙе ябайлаштыра. Шуға ла «Газпром»дан хеҙмәттәштәребеҙгә ҙур рәхмәт. Беҙ улар менән бик килешеп, ойошҡан рәүештә эшләйбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Газ үткәреү программаһы сиктәрендә Ҡолош ауылында йорт хужалыҡтарынан газ тоташтырыуға 123 ғариза ҡабул ителгән дә инде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, бөгөн Ауырғазы районының Яңы Гуровка ауылы йорттарына ла газ килә башланы.
Ҡунаҡтар бөгөн өйөнә газ үткәрелгән Рәшитовтар ғаиләһендә булды, әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы.