+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Август 2024, 03:25

Башҡортостанға Курск өлкәһенән балалар килде

Курск өлкәһе балалары Башҡортостанға ял итергә килде.

Башҡортостанға Курск өлкәһенән балалар килдеБашҡортостанға Курск өлкәһенән балалар килде
Башҡортостанға Курск өлкәһенән балалар килде

Курск өлкәһе балалары Башҡортостанға ял итергә килде.

Төбәк Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 12 августа Дүртөйлө районындағы шифаханаға һәм балалар һауыҡтырыу лагерына 34 бала һәм уларҙы оҙатыусы 8 өлкән кеше урынлаштырылған. Ҡунаҡтарҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар ҡаршы алды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ЦУР-ҙа үткән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан зыян күргән Курск өлкәһе халҡын ҡабул итергә әҙер, тип белдерҙе.

«Курск өлкәһендә нимә барғанын күрәһегеҙ. Хәл ауыр. Беҙ Курск өлкәһе етәкселеге менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Мин балаларҙы ҡабул итергә әҙер булыуыбыҙҙы белдерҙем. Был беҙҙең мөһим бурыс. Уларға бик ауыр. Зыян күргәндәргә ярҙам итергә кәрәк», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Башҡортостанға Курск өлкәһенән балалар килде
Башҡортостанға Курск өлкәһенән балалар килде
Башҡортостанға Курск өлкәһенән балалар килде
Автор:
Читайте нас