Сибай егете Урал Әмиров Ульяновск ҡалаһында үткән кикбоксинг (лоу-кик) буйынса Рәсәй кубогында еңеү яуланы.
Ул 24 йәшендә спортты ташлай, оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй, тик 30 йәште үткәс, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырырға ҡарар итә.
- Спорт мастеры булырға хыял итә инем. Ил кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаштым, тик тәжрибәле спортсылар миңә еңеү яуларға мөмкинлек бирмәне. 24 йәшемдә карьерамды ҡалдырҙым. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләнем, өлкән лейтенант дәрәжәһендә запасҡа сыҡтым. Ныҡлап шөғөлләнә башланым. Спортҡа ҡайттым. Һәм бөгөн хыялым тормошҡа ашты, - ти ул.
Урал Әмиров - билдәле тренер Хәлит Хибәтуллин тәрбиәләгән сираттағы чемпион.