+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Август 2024, 12:55

130-сы гуманитар конвой юлға сыҡты

14 августа Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы Секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев Радий Хәбиров менән бергә Башҡортостандан мобилизацияланған хәрбиҙәр һәм ирекле батальондар яугирҙәре, шулай уҡ зыян күргән Курск өлкәһе халҡы өсөн 130-сы гумконвой ярҙамы оҙатыу тантанаһында ҡатнашты.

130-сы гуманитар конвой юлға сыҡты130-сы гуманитар конвой юлға сыҡты
130-сы гуманитар конвой юлға сыҡты

14 августа Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы Секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев Радий Хәбиров менән бергә Башҡортостандан мобилизацияланған хәрбиҙәр һәм ирекле батальондар яугирҙәре, шулай уҡ зыян күргән Курск өлкәһе халҡы өсөн 130-сы гумконвой ярҙамы оҙатыу тантанаһында ҡатнашты.

«Торатау» Конгресс-холы янындағы майҙансыҡҡа 44 автомобилдән торған ҙур колонна теҙелгән. Уларға еңел һәм йөк автомобилдәре, мотоциклдар һәм квадроциклдар, төҙөлөш һәм ағас материалдары, селтәр-рабица, күсмә мунсалар, медицина ҡорамалдары, рациялар һәм генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм костюмдар, техника өсөн запас частар, янғын һүндергестәр, яугирҙәр өсөн туғандарынан һәм яҡындарынан посылкалар тейәлгән. Бынан тыш, Курск халҡы өсөн йыйылған кейем-һалым, шәхси гигиена саралары, шешәле һыу, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар гуманитар ярҙам да бар.

Адреслы ярҙам йыйыуҙа республика ойошмалары, йәмәғәт берекмәләре, шулай уҡ 23 муниципалитеттан вайымһыҙ булмаған граждандар ҡатнашҡан.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов аңлатыуынса, дөйөм колоннанан ете автофургон Курскиға юллана.

В формировании адресной помощи активное участие приняли организации, общественные объединения, а также неравнодушные граждане 23 муниципалитетов республики.

 - Зыян күргән Курск өлкәһе халҡы өсөн Башҡортостан ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 50 тонна гуманитар ярҙам йыйҙы, – тип билдәләне Ирек Сәғитов. - Ә беҙҙең яугирҙәргә йөк тәғәйен йөк Луганск Халыҡ Республикаһына барып етәсәк. Унда колоннаны ғәскәри частар командирҙары ҡаршы ала. Тағы ла егеттәргә автомобилдәр алып барабыҙ – үткән осорҙа меңгә яҡын йөк һәм еңел машина, шул иҫәптән бронемашиналар тапшырҙыҡ. Был эшкә бөтә муниципалитеттар ҙа әүҙем ҡушылған.

Владимир Якушев һәм Радий Хәбиров водителдәр һәм гуманитар конвойҙы оҙатып барыусылар менән аралашты, күрһәткән хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте һәм юлда уңыштар теләне. Гуманитар миссияла ҡатнашыусылар араһында республиканың ҡайһы бер ҡала һәм район башлыҡтары ла бар. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: муниципалитеттарҙың һәр етәксеһе махсус хәрби операция биләмәһендә бер генә тапҡыр булманы.

Журналистар менән әңгәмә барышында Владимир Якушев Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен юғары баһаланы һәм республика халҡын МХО-ла ҡатнашыусыларға күрәһәткән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Төбәк үҫешен билдәләүсе төп күрһәткестәр һәм рейтингтар буйынса Башҡортостан алдынғы урындарҙы биләй. Был республиканың әүҙем алға барыуы хаҡында һөйләй. Заман һынауҙарын Рәсәй һәм шул иҫәптән Башҡортостан да лай          ыҡлы күтәрә. Төрлө тармаҡтарҙа яңы производстволар асылыуын күрәбеҙ. Башҡортостан электән ҡеүәтле төбәк булды һәм быны тағы бер тапҡыр иҫбатлай, - тине Владимир Якушев. - 130-сы гуманитар конвой - был, әлбиттә, алғы һыҙыҡта торған яугирҙәргә дөйөм ярҙамдың ҙур бер өлөшө. Ете автомобиль Курскҡа юллана. Бөгөн унда «Берҙәм Рәсәй» һәм «Йәш Гвардия» әүҙемселәре эшләй. Башҡортостандан киткән ярҙам булған ихтыяждарға тап килә. Курсктан балаларҙың тәүге төркөмө республикаға килеү, Башҡортостан уларҙы йылы ҡабул итеүе тураһында хәбәрҙармын. Шуға күрә республика халыҡына илебеҙ өсөн ябай булмаған ваҡытта тупланыуы һәм ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем.

- Сама менән аҙнаһына бер тапҡыр Өфөнән МХО тарафына хәрбиҙәр өсөн кәрәкле әйбер менән фуралар китә. Был - махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн республикабыҙ халҡы йыйған 130-сы гуманитар конвой. Был эште беҙ артабан да дауам итәсәкбеҙ. Ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм, - тине  Радий Хәбиров . - Был юлы машиналарҙың бер өлөшө Курск өлкәһенә юллана. Уларҙа зыян күреүселәргә тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр - һыу, түшәк кәрәк-яраҡтары, шәхси гигиена саралары һәм башҡалар. Әле Башҡортостанда Курск өлкәһенән балалар һәм уларҙы оҙатып килеүсе ололар ял итә. Беҙ төбәк етәкселеге менән даими бәйләнештәбеҙ һәм кәрәкле ярҙам күрһәтергә һәр саҡ әҙербеҙ.

130-сы гуманитар конвой юлға сыҡты
130-сы гуманитар конвой юлға сыҡты
130-сы гуманитар конвой юлға сыҡты
130-сы гуманитар конвой юлға сыҡты
130-сы гуманитар конвой юлға сыҡты
130-сы гуманитар конвой юлға сыҡты
Автор:
Читайте нас