+30 °С
Болотло
Был аҙнала Башҡортостанда тупраҡтың артыҡ дымланыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл индереү планлаштырыла, тип хәбәр итте кисә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Күп урынды һыу баҫҡан, техника баҫыуға инә алмай. Әле ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү тураһында документтар әҙерләнә.
Ауыл хужалығы ведомствоһы етәксеһе аңлатыуынса, Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү тураһындағы ҡарар льготалы кредиттарҙы оҙайтыу, льготалы лизинг һәм страховка компаниялары менән эшләү өсөн кәрәк.