2024 йылға кинематография өлкәһендәге проекттарға гранттарға ғаризалар биреүгә 6 көн ҡалды
Конкурста коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Улар Башҡортостан Республикаһында ярты йылдан элек теркәлгән булырға тейеш. ОКВЭД буйынса эшмәкәрлеге түбәндәгеләрҙән тороуы шарт:
- фильм етештереү;
- кино йылъяҙмаһы етештереү;
- фильмды тиражлау;
- прокатлау;
- күрһәтеү;
- тергеҙеү;
- фильм төшөрөүгә бәйле эштәр башҡарыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү;
- кино ҡорамалдары, кино материалдары әҙерләү;
- кинематография өлкәһендә белем биреү, ғилми һәм тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барыу;
- ошо өлкәлә нәшерселек эшмәкәрлеге.
Конкурстың дөйөм бюджеты – 50 миллион һум. Тулы метражлы фильм йә сериалға - 15 миллионға, ә ҡыҫҡа метражлыһына 5 миллионға тиклем грант алырға була.
Йүнәлештәре:
- тарихи һәм мәҙәни хәтерҙе һаҡлау;
- балаларға - мөһим төшөнсәләр тураһында;
- дуҫлыҡ республикаһы;
- хәҙерге Башҡортостан;
- әҙәби мираҫ;
- гражданлыҡ;
- Геройҙар ваҡыты;
- "Атайсал" изге ғәмәлдәре;
- йәш Башҡортостан.
Ғаризаларҙы 19 август, киске сәғәт 5-кә ҡәҙәр биреп өлгөрөргә кәрәк. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт грантыглавы102.рф сайтының "Конкурстар" бүлегендә.