+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Августа 2024, 10:44

Велосипедтан йығылып...

Бәлә аяҡ аҫтында, тигәндәре дөп-дөрөҫ. Туғыҙ йәшлек малай велосипедта йөрөгәндә ҡапыл ғына йығылып, бот һөйәген һындыра. Уны Өфө ҡалаһы 17-се клиник дауаханаһының травматология бүлегенә алып киләләр.

Велосипедтан йығылып...Велосипедтан йығылып...
Велосипедтан йығылып...

Бәлә аяҡ аҫтында, тигәндәре дөп-дөрөҫ. Туғыҙ йәшлек малай велосипедта йөрөгәндә ҡапыл ғына йығылып, бот һөйәген һындыра. Уны Өфө ҡалаһы 17-се клиник дауаханаһының травматология бүлегенә алып киләләр. Табиптар йәрәхәттең бик ҡатмарлы булыуын билдәләй: һынған ерҙә һөйәктәр айырылып, урынан күскән икән.

“Операция уңышлы үтте, уны, алдынғы алымдарҙы ҡулланып, бүлек мөдире, травматолог-ортопед Ирек Шәрипов, травматолог-ортопед Эдуард Высоцкий, анестезиолог-реаниматолог Георгий Волков, шәфҡәт туташы Ф. Кәлимуллина башҡарҙы”, - тип яҙалар дауахананың социаль селтәрендә. Хирургтар файҙаланған алым өҙлөгөүҙәрһеҙ һауығырға, һөйәктең тиҙ уңалыуына булышлыҡ итәсәк, тип әйтеп үтелә яҙмала.

Каникул ваҡытында балаларҙың буш ваҡыттары күп. Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында улар имгәнеүҙәр алмаһын өсөн, ата-әсәләргә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк.

Фото: 17-се дауахананың социаль селтәренән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас