Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында 16 йәшлек үҫмер үлемесле ҡазаланған.
Ул төндә “Vento” мопедында ике йәйәүлене бәрҙерә һәм юл аҫтына ҡолай. Һөҙөмтәлә үҫмер ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була. Йәрәхәтләнгән йәйәүле, 21 йәшлек ҡыҙ, дауаханаға оҙатылған, 23 йәшлек уның әхирәте зыян күрмәгән.
Дәүләт автоинспекицяһы мәғлүмәттәре буйынса, мопедты һәләк булған малайҙың әсәһе бер ай элек уның ун алты йәшенә бүләк иткән була.
“Ата-әсәләр балаларына ошондай "бүләктәр" һатып алып, машина йөрөтөү күнекмәләренә өйрәтеү һәм тейешле документтар алыу кәрәклеген аңламай”, – тип иҫкәртәләр Дәүләт автоинспекцияһынан.