Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Курск өлкәһендә ҡаза күреүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу иғлан итте.
Әйберҙәрҙе көн һайын Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 86 адресы буйынса республианың ирекмәндәр үҙәге #МыВместе проектының төбәк штабына 10.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем тапшырырға мөмкин. ("Йәшлек Hous" йәштәр киңлеге - ҙур ҡапҡанан һулдағы артҡы ихатаның гараж бинаһы.)
“Башҡортостандың ирекмәндәр йәмәғәтселеге мохтаждарға һәр ваҡыт ярҙамға килә. Бөгөн беҙ Курск өлкәһендә зыян күргәндәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу иғлан иттек һәм республика халҡын был сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ, - ти Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров.
Мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм рюкзактар, йылы өҫ һәм көҙгө аяҡ кейемдәре, түшәк кәрәк-яраҡтары һәм юрғандар, һаҡлау ваҡыты 6 айҙан да кәм булмаған аҙыҡ-түлек, гигиена тупланмалары, балалар һәм өлкәндәр өсөн подгузниктар, бер тапҡыр ҡулланыла торған йүргәктәр, балалар аҙығы алып килергә мөмкин
Төбәк штаптың телефоны: 8-927-311-23-55.