Республика һайлауҙарға әҙер – Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлекте Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко шулай баһалай.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда бер юля 218 кампания үтә. Башҡортостан Башлығын һайлауҙа биш парламент партияһынан 5 кандидат ҡатнаша.
Бер мандатлы 54-се Өфө һайлау округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа 4 кандидат депутат мандатына дәғүә итә.
Ҡала, район һәм ауыл советтары депутаттарын һайлауҙа 4 474 кандидат ҡатнаша, улар 1 773 мандат өсөн көрәшә. Бер мандатҡа уртаса 3 кеше дәғүә итә.
Һайлаусылар 10 партия вәкилдәре һәм үҙ-үҙен күрһәтеүселәр араһынан оҡшаған кандидатҡа тауыш бирә ала. Һайлауҙарҙа төрлө ҡарашлы кандидаттарға юл асылған.