+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Август 2024, 06:10

“Батарейкалар тапшырабыҙ” акцияһы үтә

Өфөлә, “Дим” мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә, 12-18 августа ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан батарейкалар йыйыу буйынса “Батарейкалар тапшырабыҙ” экологик акция ойошторола.

“Батарейкалар тапшырабыҙ” акцияһы үтә“Батарейкалар тапшырабыҙ” акцияһы үтә
“Батарейкалар тапшырабыҙ” акцияһы үтә

Өфөлә, “Дим” мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә, 12-18 августа ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан батарейкалар йыйыу буйынса “Батарейкалар тапшырабыҙ” экологик акция ойошторола.

Уның барышында эшлектән сыҡҡан батарейкаларҙан, электрон техниканан аккумуляторҙарҙан, пауэр-банктарҙан, кеҫә телефондары һәм башҡа мобиль электрониканан ҡотолорға мөмкин. 

Сара “Экология” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла һәм ҡала халҡының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш мәсьәләләренә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға, ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу күнекмәләрен көндәлек тормошҡа индереүгә йүнәлтелгән.

Батарейкалар һәм башҡа электрон элементтар үлсәп 12-нән 16 сәғәткә тиклем атап үтелгән көндәрҙә ҡабул ителә. Акцияла ҡатнашыусылар араһында түбәндәге номинациялар буйынса конкурс уҙғарыла:

- 14 йәшкә тиклемге һәм унан олораҡ өфөлөләр;

- идара итеүсе компаниялар;

- күп фатирлы йорт советтары;

- предприятиелар хеҙмәткәрҙәре;

- мәғариф учреждениелары.

Еңеүселәр 30 августан да һуңға ҡалмайынса иғлан ителә. Уларға ҡиммәтле бүләктәр ҡаралған.

Йыйылған батарейкалар эшкәртеүгә оҙатыла.

Автор:
Читайте нас