+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
7 Августа 2024, 11:11

Ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асыла

Тантаналы сара 17 августа Хәйбулла районында Түңгәүер ырыуы съезы сиктәрендә үтәсәк. 

Ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылаҠурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асыла
Ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асыла

Тантаналы сара 17 августа Хәйбулла районында Түңгәүер ырыуы съезы сиктәрендә үтәсәк. Был көндә ҡурайсылар концерты планлаштырылған. Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) – сит ил сәхнәләрендә – Францияла, Германияла, Швецияла, Бельгияла, Голландияла милли сәнғәтте күрһәткән, донъя кимәлендә башҡорт ҡурайын данлаған һәм төрлө халыҡтарҙы һоҡландырған беренсе башҡорт музыканты.

Түңгәүер ырыуы башлығы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һөйләүенсә, һәйкәл Аҡъяр мәҙәниәт һәм ял паркында ҡуйыласаҡ. Һәйкәл авторы – билдәле башҡорт скульпторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас