Башҡортостанда туҡтауһыҙ ямғырҙар, көслө ел арҡаһында төрлө хәлдәр күҙәтелә.
Алдағы төндә көслө ямғыр арҡаһында Стәрлебаш районының Тормай ауылында юлды һыу баҫҡан. Шулай уҡ алты ихата һыу аҫтында ҡалған. Халыҡ ситкә күсеүҙән баш тартҡан. Һыуҙы ағыҙыу өсөн экскаватор соҡор ҡаҙған, йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәренең ихатаһынан ағыҙыу каналдары ҡаҙған. Һөҙөмтәлә ике сәғәттә биләмә һыуҙан таҙартылған.
Шулай уҡ Стәрлебаш ауылында көслө ел 408 квадрат метр майҙандағы бинаны ҡыйыҡһыҙ ҡалдырған. «Төбәк электр селтәрҙәре» (РЭС) административ бинаһының ҡыйығы емерелгән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ, тип билдәләнеләр ведомствола.
Бынан алда Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Башҡортостандағы йылғаларҙағы һыу кимәле хаҡында хәбәр иткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-07/v-bashkirii-iz-za-nepogody-podtopilo-dorogu-i-sorvalo-kryshu-so-zdaniya-res-3876292