+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
7 Август 2024, 04:35

Дәүләт ярҙамы була

Быйылғы йәй уғата яуынлы килде республика өсөн.

Дәүләт ярҙамы булаДәүләт ярҙамы була
Дәүләт ярҙамы була

Быйылғы йәй уғата яуынлы килде республика өсөн.

Тәүҙә ҡыуанғайныҡ, хәҙер, бесән әҙерләүгә, уңыш йыйыуға ҡамасаулаған ямғыр туҡтаһын инде, тип теләйбеҙ.

Дүшәмбе көнө үткән Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хәл айҡанлы үҙенең борсолоуын белдерҙе.

– Ауыл халҡы ҡышҡа бөтөнләй бесәнһеҙ инер, тигән хәүеф бар. Ямғырҙан айырыуса ҙур зыян күргән район хакимиәте башлыҡтарынан ҡаза кимәлен асыҡлау һәм был мәсьәләлә кешеләргә ярҙам итеү юлын хәл итеү мотлаҡ, – тине ул.

Радий Фәрит улы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға һәм вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа был эштә әүҙем ҡатнашырға ҡушты. Ике аҙна эсендә ямғырҙан зыян күргән район халҡына бесән һатып алыу өсөн кәрәк булған сумма күләме һәм ярҙамды ойоштороу буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк.

Автор:
Читайте нас