Ул 2023–2024 театр миҙгеле спектаклдәре араһында алдан һайлап алыуҙы үткән тамашалар исемлегенә инде.
Рәсәй милли театр премияһы һәм «Алтын битлек» фестивале тураһындағы положениеға ярашлы, премияға дәғүә итеүселәрҙе билдәләү өсөн спектаклдәрҙең видеояҙмалары нигеҙендә алдан һайлап алыу үткәрелә. Эксперт советының эш йомғаҡтары тураһындағы мәғлүмәт 2024 йыл аҙағына тиклем иғлан ителәсәк.
5 сентябрҙә спектакль – Өфөлә, ә 10 сентябрҙә «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале сиктәрендә Х. Нурадилов исемендәге Чечен дәүләт драма театры сәхнәһендә күрһәтеләсәк.
Сығанаҡ “Башинформ”