Башҡортостанда “Рекрут” проекты ғәмәлгә индерелде.
Программаның авторы – Башҡортостандың ДОСААФ рәйесе Игорь Нурмөхәмәтов. Ул ирекмәндәргә контракт буйынса хеҙмәткә йәлеп иткән һәр хәрби өсөн 50 мең һум аҡса түләргә тәҡдим итә.
Аҡса кемгә һәм нисек түләнә?
- әүҙемсе халыҡ араһында агитация аллып бара;
- әгәр кемдер контрактҡа ҡул ҡуйырға ҡарар итһә, әүҙемсе менән буласаҡ хәрби бергәләп ДОСААФ бүлексәһенә бара;
- аңлатыу эше үткәрелә;
- буласаҡ кандидат медицина комиссияһын үтә;
- хәрби хеҙмәт итеү урынына юллана.
Ошо эштәр атҡарылыу менән әүҙемсе аҡсалата ярҙамға иҫәп тота ала. Проектта Башҡортостандан ситтә йәшәүселәр ҙә ҡатнаша ала. Теркәлеү урынының әһәмиәте юҡ.
“Рекрут” проектына бәйле бөтә һорауҙар менән 8 (347) 218-19-19 телефоны буйынса Башҡортостандың Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Рәсәй ДОСААФ-ның урындағы бүлексәләре адрестарын һәм телефондарын https://dosaaf02.ru/map сайтында табырға була.
Урындағы хәрби комиссариат адрестарына һәм телефондарына һылтанма: https://pravitelstvorb.ru/activity/685/ .