+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
6 Август 2024, 04:10

Ташҡын 67 миллион һумлыҡ зыян килтергән

Башҡортостанда ташҡындан 22 саҡрым юл, 18 күпер, 3 һыу үткәреүсе торба зыян күргән. Был хаҡта Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Ташҡын 67 миллион һумлыҡ зыян килтергәнТашҡын 67 миллион һумлыҡ зыян килтергән
Ташҡын 67 миллион һумлыҡ зыян килтергән

Башҡортостанда ташҡындан 22 саҡрым юл, 18 күпер, 3 һыу үткәреүсе торба зыян күргән. Был хаҡта Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

«Беҙ 7 муниципалитет – Баймаҡ, Белорет, Йәрмәкәй, Йылайыр, Әбйәлил, Учалы, Салауат райондары менән эшләйбеҙ. Беҙ әле зыян күләмен баһалайбыҙ. Хәҙер был сумма 67 миллион һум тирәһе. Әммә зыянды тулыһынса баһалау өсөн һыуҙың сигенеүен көтәбеҙ», – тине Любовь Минакова.

Уның әйтеүенсә, киләһе аҙнала территориаль заказ әҙерләнәсәк һәм муниципалитеттарға аҡса тапшырыласаҡ.

Автор:
Читайте нас