+30 °С
Болотло
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Авангард» федераль ҡаҙна предприятиеһы биләмәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлгән.
Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, 5 августа Мәскәү ваҡыты менән яҡынса 15.30 сәғәттә подрядсы ойошма эшләгән бинала шартлау яңғырай.
«Рустех» подрядсы ойошмаһы торба үткәргесте һәм бинаны һүтергә әҙерләнгән була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шартлау һөҙөмтәһендә өс кешенән торған бригада һәләк була. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Сығанаҡ: «Башинформ».