7 августа Баймаҡ районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса граждандарҙы ҡабул итеү үткәреләсәк.
Осрашыуҙа Башҡортостан прокуратураһы, Рәсәйҙең Социаль фонды, медик-социаль экспертиза, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү фонды, юристар ассоциацияһы вәкилдәре буласаҡ.
Шулай уҡ граждандар Башҡортостан министрлыҡтары вәкилдәре менән аралаша аласаҡ:
- Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы
- Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
- Мәғариф һәм фән министрлығы
- Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы
- Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы
- Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы
- Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
- Урман хужалығы министрлығы
- Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы
Үҙегеҙ менән паспорт һәм яҙма мөрәжәғәт алығыҙ.
Ҡабул итеүгә 09:00 сәғәттән 17:00 сәғәткә тиклем 3-10-07, 3-11-66, 3-14-47 телефондары буйынса яҙылырға мөмкин (12:30 сәғәттән 14:00 сәғәткә тиклем төшкө тәнәфес).
Сығанаҡ: "Башинформ".