"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спекталдарынан өҙөктәр күрһәтелә.
Уларҙың береһе - “Аҡбуҙат” башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән “Аҡбуҙаттың тылсымлы күле” тип аталған сәхнә әҫәре. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова ҡуйған спектакль беренсе тапҡыр тамашасыға миҙгелде ябыу осоронда тәҡдим ителгәйне.
Артистар ҡурсаҡтар менән түгел, ә ҙур битлектәрҙә үҙҙәре сығыш яһай. Битлектәр күреү мөмкинлеген сикләй, шуға партнерҙар тауышын иғтибарлы тыңлап уйнарға тура киләсәк, ти улар. Фестиваль ҡунаҡтары шулай уҡ “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” эпостары мотивтары буйынса эшләнгән “Урал батыр”, “Һабантуй”, “Ҡыйыу һыуһар” спектаклдәренән өҙөктәр ҙә ҡарай ала.
Хәбәр итеүебеҙсә, III "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале 15-16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында үтә.