Үткән шәмбелә Хәйбулла районының үҙәге Аҡъярҙа «Бөйөк дала» VI асыҡ республика башҡорт рогы фестивале үтте.
Ул «Дәрүиш» төркөмө солисы Дим Мәннән, «Рух» төркөмө солисы Ғәзинур Биктимеров, гитарасыһы һәм етәксеһе Ирек Атанов һәм аранжировкалаусы, барабансы Айтуған Акиловтың иҫтәлегенә арналды.
Фестиваль рок стилендә йыр башҡарыусыларҙы һәм уларҙың тамашасыларын йыйҙы. Сәхнәнән «Рух» (Хәйбулла районы) һәм Й.Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе ҡарамағындағы «Бөркөт» төркөмөнөң кесе һәм өлкән составы, «Урал» (Белорет), «ХамZа» (Ғафури ), «Дәрүиш хан», «Nektoria» (Өфө), «20/35» (Ейәнсура) һәм башҡа төркөмдәр башҡарыуында йырҙар яңғыраны. “Бөйөк дала” башҡорт рок-фестивале йәнә Хәйбулла ерендә киң ҡолас йәйҙе һәм республиканың мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде”, - тип яҙа "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите үҙенең сайтында.