Синоптиктар, августа Башҡортостанда яуым-төшөмлө һауа торошо көтөлә, тип фаразлай.
Айҙың һуңғы аҙна ярымында ғына көндәр ҡоро һәм аяҙ була. Уртаса һауа температураһы 18-24 градус тәшкил итәсәк.
Республикала оҙайлы яуған ямғырҙар арҡаһында барлыҡҡа килгән ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә. Баймаҡ, Белорет, Бөрйән һәм Салауат райондарындағы ҡайһы бер объекттарҙа эштәр тамамланған да инде.
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов социаль селтәрҙәрҙә был турала ентекле отчет бирә:
- 26 июлдә Баймаҡ районында Сибай – Төйәләҫ автомобиль юлының сите йыуылды. Тергеҙеү эштәре тамамланды;
- 26 июлдә Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлында 140 километр юл һыу аҫтында ҡалды. Әле был урынды урап үтеү өсөн ваҡытлыса юл эшләнде;
- 26 июлдә Бөрйән районында Һарғая ауылынан Иҫке-Собханғол – Ҡағы юлына тиклемге арауыҡта ике урында юлды һыу йыуҙы. Әле был юл участкалары тергеҙелеп бөттө;
- 27 июлдә Салауат районында Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим автомобиль юлында Һикеяҙ йылғаһы аша бер ваҡытлы күпер йыуылды. Әле уны тергеҙеү эштәре бара.