Илеш районында йәшәүсе Вәсимә инәй Әхмәҙуллина үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тормошто яратыусан һәм шат күңелле булып ҡала.
Вәсимә Ғарип ҡыҙы 1924 йылдың 23 июлендә Илеш районының Исәмәт ауылында тыуған. Ғаиләлә унынсы бала була, ул ауыр йылдарҙа уның ҡустыһы менән апаһы ғына иҫән ҡала. Кулактарҙы һөргөнгә ебәреү осоронда ғаилә бөтә мөлкәтен юғалта, ғаилә башлығы репрессиялана. Вәсимәнең әсәһе өс балаһы менән урамда тороп ҡала.
Вәсимә Ғарип ҡыҙы бала сағынан иҫ киткес рух ныҡлығын күрһәтә, балалар йортонда һауыт-һаба йыуыумы, йыйыштырыумы – теләһә ниндәй эште үҙ өҫтөнә ала.
1953 йылда Вәсимә буласаҡ тормош иптәше Мәҡсәтте осрата, улар 59 йыл бәхетле ғаилә тормошо менән йәшәйҙәр.
Бөгөн Вәсимә Ғарип ҡыҙы балаларының, шулай уҡ алты ейән-ейәнсәренең, биш бүлә-бүләсәренең хәстәре һәм һөйөүенә солғанып ғүмер итә.
Сығанаҡ: “Башинформ”.