Рәсәй Социаль фонды Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе эш урынында имгәнеү алған 16 кешегә Lada «Granta» автомобилдәре тапшырҙы.
Автомобилдәр медицина күрһәтмәләре булған кешеләргә бирелә һәм уларҙың машина йөрөтөүе өсөн ҡаршылыҡтар булмауы шарт, тип билдәләй бүлексәнең матбуғат хеҙмәте.
Автомобилде файҙаланыу ваҡыты (7 йыл) үткәндән һуң, яңыһы бирелә – әгәр был мохтажлыҡ уны реабилитациялау программаһында билдәләнһә.
Бөтә автомобилдәр ҙә буласаҡ хужаларының физик мөмкинлектәрен иҫәптә тотоп махсус йыһазландырылған, ҡул менән идара итеү системаһы ҡуйылған.
Бындай машиналар реабилитациялауҙың техник сараһы тип һанала һәм файҙаланыу осоронда уларҙы һатырға, башҡа кешеләргә бирергә ярамай.
Фото РФ Социаль фондының БР буйынса бүлексәһе социаль селтәренән.