29 июлдә Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында 2024 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатылғайны.
“Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы шарттарына ярашлы, республикала сыҡҡан ике баҫмаға (республика, район йәки ҡала гәзит-журналдарына) яҙылырға кәрәк ине.
Еңеүселәр исемлегендә Хәйбулла районы Мәмбәт ауылынан оҙаҡ йылдар мәктәптә рус телен һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Сәлимә Ҡарабаева ла бар ине. Ул робот-саң һурҙырғыс отто.
– Район һәм республика баҫмаларына гелән яҙылып торам. Гәзиттәрҙә республика, ауыл тормошо, ябай ауыл кешеләре, өлгөлө ғаиләләр, ауыл хужалығы тураһындағы мәҡәләләр оҡшай һәм яратып уҡыйым. Отош уйынына гәзиткә яҙылған һайын квитанцияларҙы ебәреп торам. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләнем, әлеге ваҡытта хаҡлы ядамын, мал-тыуар көтәм, баҡса үҫтерәм. Ошондай отош уйындары үткәрелеп торһон, баҫмаларға яҙылыусылар кәмемәһен, – ти "Хайбулла хәбәрҙәре" һәм "Йәшлек" гәзиттәрен алдырған Сәлимә Әхмәт ҡыҙы.
Бүләкте «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто предприятиеһы филиалының Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков шәхсән үҙе тапшырҙы.
«Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто 2024 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса мотоблок, туңдырғыс һандыҡ, робот-саң һурҙырғыс, ноутбук, телевизор уйнатты.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы ла үҙ сиратында конкурсҡа ҡиммәтле бүләктәр ҡуя. Һеҙ ҙа уларҙың бәхетле эйәһе була алаһығыҙ. Беҙҙең журналға яҙылығыҙ һәм отош уйынында ҡатнашығыҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 1 июлдән 2025 йылдың 1-се яртыһына һәм тотошлай 2025 йылға ваҡытынан алда яҙылыу кампанияһы башланды. Был осорҙа уҙған ярты йыллыҡ хаҡтары буйынса ташлама менән яҙылырға мөмкин.