Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 17:00 сәғәткә ҡарата Белорет районында 8 йорт яны биләмәһе, Ҡариҙел, Стәрлетамаҡ райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс автомобиль юлы һыу аҫтында ҡала.
Павловка һыу һаҡлағысында һыу кимәле күтәрелеүгә бәйле, ул күпләп Ҡариҙел йылғаһына ағыҙыла.
Ҡариҙел йылғаһында Иглин районының Иҫке Ҡарашиҙе ауылы янында, тәүлек эсендә һыу кимәле 147 сантиметрға артҡан, дөйөм кимәле - 413 сантиметр;
Благовещен районының Ахлыстин ауылында Ҡариҙел йылғаһы тәүлек эсендә 145 сантиметрға күтәрелгән, дөйөм кимәле - 548 сантиметр;
Благовещен районының Уҡман ауылы янында Ҡариҙел йылғаһының дөйөм кимәле - 509 сантиметр;
Өфөнөң Шакша биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһы бер тәүлектә 145 сантиметрға артҡан, дөйөм кимәле - 366 сантиметр.
Шул уҡ ваҡытта Белорет районының Тирлән ауылы тапҡырында Ағиҙелдә ташҡын - 36 сантиметрға, Мәләүез ҡалаһы тапҡырында 35 сантиметрға кәмегән.
Хәлде контролдә тотабаҙ, һауа торошоноң насар булыуы сәбәпле, республика халҡын һәм ҡунаҡтарын таулы ерҙәргә походтарҙан тыйылырға, шулай уҡ һыу объекттары эргәһендә булғанда иғтибарлы булырға саҡырабыҙ, тип иҫкәртәләр ведомствонан.