0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
1 Август , 14:05

Хөкүмәт күп балалы ғаиләләр өсөн ипотеканы ҡаплауға социаль түләүҙәрҙе оҙайтты

2024 йылдың 1 ғинуарынан 2030 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө йәки артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр 450 мең һум күләмендә түләү алырға һәм уны ипотекаға түләү итеп индерергә мөмкин. Был осраҡта кредит килешеүе 2031 йылдың июль айына тиклем төҙөлөргә тейеш.

Тейешле ҡарар Президент указы менән ҡабул ителде, тип хәбәр итәләр Рәсәй хөкүмәтенең телеграм-каналында. Премьер-министр Михаил Мишустин, был ҡарар ярҙамында тағы ла бик күп Рәсәй ғаиләләре йәшәү шарттарын яҡшыртыр, тигән өмөт белдерҙе. Ул ғаиләләргә, бигерәк тә күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙе хөкүмәт эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше тип атаны.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: