-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
1 Август , 17:01

Өфө табиптары 40 йәшлек ҡатындың гигант миомаһын алған

40 йәшлек пациент йәшәгән урыны буйынса район дауаханаһына бәүел ҡыуыу проблемаһына һәм ҡорһағы ҙурайыуға зарланып мөрәжәғәт иткән булған.

Өфө табиптары 40 йәшлек ҡатындың гигант миомаһын алған
Өфө табиптары 40 йәшлек ҡатындың гигант миомаһын алған

Өфөлә Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары аналыҡтан гигант миома алып ташлағандар. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, 40 йәшлек пациент йәшәгән урыны буйынса район дауаханаһына бәүел ҡыуыу проблемаһына һәм ҡорһағы ҙурайыуға зарланып мөрәжәғәт иткән. Табиптар уның гигант шеше барлығын асыҡлай, шуның арҡаһында аналыҡ ҙурайып, 36-37 аҙналығына еткән.

«Пациент Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһына килтерелгән. Шеш бөтә ҡорһаҡ ҡыуышлығын биләп, бәүел ҡыуығына баҫым яһаған һәм бәүел ҡыуыуҙы ҡатмарлаштырған. Шештең уңайһыҙ урынлашыуы арҡаһында уретраль катетер ҡуйыу мөмкин булмаған. Хирургтарға гигант шеште берҙән-бер юлына зыян килтермәй алып ташларға тура килгән. Табиптар лапаротомия ярҙамында миома һәм аналыҡты, шул иҫәптән аналыҡ торбаларын алып ташлаған. Операция уңышлы үтте, сирленең бәүел ҡыуыу проблемаһы хәл ителде. Ул дауахананан һәйбәт хәлдә сыҡты», – тине министр.

Шеште алыу ваҡытында аналыҡты һаҡлап ҡалыу табиптың даими күҙәтеүе, медицина тикшереүе һәм сирҙе ваҡытында асыҡлауы ярҙамында мөмкин булыр ине, тип билдәләй табиптар.

Быға тиклем башҡорт табиптары тәүге тапҡыр һөйәк мейеһен күсереп ултыртҡайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-31/v-ufe-vrachi-udalili-u-40-letney-zhenschiny-gigantskuyu-miomu-matki-3868612

Автор:
Читайте нас: