Башҡортостандан махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре Карелияға ял итергә юлланды. Был Рәсәй Оборона министрлығы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды һәм Рәсәй тимер юлдары ойошторған «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» илһөйәрлек проекты ярҙамында мөмкин булған.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Карелияға дүрт көнгә 20 кеше юлланған. Маршрут Петрозаводск, Сортавала, Рускеала, Выборг ҡалалары аша үтә. Тур программаһында – тәбиғәт ҡомартҡыларын ҡарау, мәҙәни программа, экскурсиялар. Юлда яҡташтарыбыҙҙы күңел асыу программаһы көтә.
«Сәйәхәт кешене байыта. Проектта ҡатнашыусылар араһында геройҙарыбыҙҙың әсәләре һәм тол ҡатындары бар. Улар тәбиғәттең төрлөлөгөн, архитектура ҡомартҡыларын, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен күрәсәк. Яңы тәьҫораттар үҙенсәлекле психологик ярҙам буласаҡ», – ти «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Петрозаводскиҙа СВО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре Кивач ҡурсаулығында буласаҡ, Кантеле йортонда концерт ҡараясаҡ, «Карелия» милли паркында экскурсияларға йөрөйәсәк. Шулай уҡ улар Рускеала тау паркындағы Мәрмәр каньонына сәйәхәт итәсәк. Экскурсия Выборгта Һарай утрауын ҡарау менән тамамлана. Артабан сәйәхәтселәр Мәскәүгә ҡайтасаҡ.
Шуны билдәләргә кәрәк, 2022 – 2023 йылдарҙа «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» проектына ярашлы 23 махсус туристик поезд рейсы башҡарылған. 2022 йылда проектта – 1500, 2023 йылда – 4150, 2024 йылда 5650 кеше ҡатнашҡан.
Проекттың төп маҡсаты – яраланған һәм реабилитация үткән хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ғаиләләренә, һәләк булған махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеү.
Сығанаҡ: «Башинформ».