Быйыл Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә 28 348 өҫтәмә ял көндәре өсөн түләгән. Был маҡсатта 125 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, тип хәбәр итә бүлексәнең матбуғат хеҙмәте.
Инвалид балалары булған эшләүсе ата-әсәләргә, опекундарға һәм попечителдәргә ай һайын дүрт өҫтәмә ял көнө бирелә. Һәр өҫтәмә ял көнө өсөн уртаса хеҙмәт хаҡынан сығып түләнә.
Ял көндәрен бер ыңғайҙан да, шулай уҡ айҙың төрлө ваҡытында ла алырға мөмкин. Уларҙы йыйып, 24 көнгә тиклемге отпуск рәүешендә лә файҙаланырға була.
Өҫтәмә ял көндәре хаҡында хеҙмәткәр эш биреүсегә ғариза яҙа, уларҙы ниндәй ваҡытта алырға теләүе тураһында уның менән һөйләшеп килешә.
Был мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙар менән Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе контакт-үҙәгенә 8-800-100-00-01 телефоны буйынса эш сәғәттәрендә (дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, йома 9.00 сәғәттән 16.45 сәғәткәсә) шылтыратырға мөмкин. Шылтыратыу бушлай.
Фото “Башинформ”дан алынды.