Быйылғы июль айы самаһыҙ ямғырлы килде.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, 15 июлдән 28-енә тиклем ике айлыҡ яуым-төшөм нормаһы яуған. Һөҙөмтәлә республика йылғалары ярҙарынан сыҡты. Һыу баҫыу осраҡтары 12 районда теркәлгән. Барлығы 19 шәхси йортто, 240 йорт яны биләмәһен, бер баҡса участкаһын, 10 автомобиль юлы участкаһын, һигеҙ тәпәш күперҙе һыу баҫҡан. Шулай уҡ ике осраҡта дамбалар аша һыу киткән. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының 73 хеҙмәткәре, шулай уҡ 32 берәмек техника һәм һигеҙ йөҙөү сараһы йәлеп ителгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы муниципалитет хакимиәттәре менән берлектә 96 кешене эвакуациялаған, шул иҫәптән 29 баланы.
Ғәҙәттән тыш хәл кисә Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә тикшерелде.