Республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, Башҡортостанда быйыл дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу программаһы буйынса 31 мәктәп ремонтлана.
Уҡыу йылы башланыуға яңыртылған 6 белем усағы үҙ ишектәрен аса, ә ҡалған 25-дә эштәр 2025 йылда дауам итә.
Дөйөм алғанда, был программа буйынса ике йылда 140 мәктәп яңыртылған, ә 2026 йыл аҙағына уларҙың һанын 214-кә еткереү ҡаралған. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һаны буйынса илдә лидерҙар рәтенә инде.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ағымдағы йылда 1,8 миллиард һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән 1,48 миллиард һумы – федераль бюджеттан.
Министр килтергән мәғлүмәттәргә ярашлы, әле, уртаса алғанда, мәктәптәр 70,5 процентҡа әҙер. Бынан тыш, республика бюджетынан был мәктәптәр биләмәһен төҙөкләндереү өсөн 50,4 миллион һум аҡса бүленгән. Яңыртылған уҡыу йорттарын заманса ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырыу өсөн федераль һәм төбәк бюджетынан 60,6 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Фото - Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф. Әминев сәхифәһенән.