0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандан вундеркинд Вадим Харисов ниндәй юғары уҡыу йортон һайлаған?

Йәш химик Сәғүд Ғәрәбстанында үткән 56-сы Бөтә донъя химия олимпиадаһында еңеүсе булғайны. Вадимдың коллекцияһында был дүртенсе алтын миҙал.

Башҡортостандан вундеркинд Вадим Харисов ниндәй юғары уҡыу йортон һайлаған?
Башҡортостандан вундеркинд Вадим Харисов ниндәй юғары уҡыу йортон һайлаған?

Вундеркинд Вадим Харисов республикабыҙҙа уҡырға теләй. Уҡыусы Өфө дәүләт нефть университетына документтар тапшырған, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл һәләтле уҡыусы ӨДНТУ-ның университетҡа тиклемге мәктәбен – Республика инженер лицей-интернатын тамамланы.

«Был инде беҙҙең еңеү – Вадим Харисов Өфө дәүләт нефть техник университетына документтар тапшырҙы. Вадим юғары белемде өйҙә, тыуған республикаһында – Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгенә ингән юғары уҡыу йортонда аласаҡ. Беҙ уны аҡыллы, маҡсатлы, фәнде үҫтерергә әҙер егеттәр өсөн булдырҙыҡ. Вадимға һәм беҙҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән бөтә абитуриенттарға уңыштар юлдаш булһын!»— тип  яҙған республика етәксеһе.

Мәғлүм булыуынса, йәш химик Сәғүд Ғәрәбстанында үткән 56-сы Бөтә донъя химия олимпиадаһында еңеүсе булғайны. Вадимдың коллекцияһында был дүртенсе алтын миҙал.

«Уның уңышының сере оло һәләтендә, шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәзуллина алымдары буйынса эшләгән олимпиада хәрәкәте уҡытыусылары ассоциацияһында, системалы рәүештә әҙерләнеүҙә. Вадимдың остазы – БДМУ-ның дөйөм химия кафедраһы доценты Айнур Ғүмәров», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-30/vunderkind-iz-bashkirii-vadim-harasov-podal-dokumenty-v-ufimskiy-universitet-3866825

Автор:
Читайте нас: