0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Медицина бригадалары туғыҙ районда ҡабул итә

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова был аҙнала табиптарҙың күсмә бригадалары туғыҙ районда буласағын билдәләне.

Медицина бригадалары туғыҙ районда ҡабул итә
Медицина бригадалары туғыҙ районда ҡабул итә

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова был аҙнала табиптарҙың күсмә бригадалары туғыҙ районда буласағын билдәләне. Улар Саҡмағош, Нуриман, Балаҡатай, Көйөргәҙе, Федоровка, Балтас, Асҡын, Бишбүләк һәм Баймаҡ райондары ауылдарында йәшәүселәрҙе ҡабул итәсәк.

15 апрелдән – акция башланған мәлдән алып белгестәр 212 ауылда булған, 119289 кешенең сәләмәтлеген тикшергән.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

 

 

Автор:
Читайте нас: