Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн Өфөнән сираттағы гуманитар ярҙам оҙатыла. Әлеге ылау яҡташ яугирҙәребеҙ дауаланған хәрби госпиталь өсөн әҙерләгән.
Донбассҡа юлланасаҡ гуманитар ылау хаҡында баш ҡалабыҙҙың Дим районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов бәйән итә. «Беҙ хәрби хеҙмәткәрҙәр менән даими бәйләнештәбеҙ. Әлеге ылауға хәрби госпиталь өсөн кәрәкле әйберҙәр, гигиена саралары, һалдаттарыбыҙға исемле посылкалар тупланған. Быларҙың бөтәһен дә битараф булмаған кешеләр, “Изгелеккә – изгелек” хәйриә фонды ирекмәндәре, район предприятиелары һәм ойошмалары әҙерләгән”, – тип яҙа үҙенең Телеграм-каналында Антон Тарасов.
Фотолар Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы Антон Тарасовтың Телеграм-каналынан.