+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яңы йүнәлеш буйынса студенттар ҡабул итә

Өфө фән һәм технологиялар университеты магистратураға «Идара итеү системаһында сәйәси коммуникациялар» селтәрле белем биреү программаһына студенттар ҡабул итә.

Яңы йүнәлеш буйынса кадрҙар әҙерләү Республиканың Идара итеү үҙәге (ЦУР) менән берлектә атҡарыла. Ул университетҡа ҡараған Гуманитар һәм социаль фәндәр институтының политология һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш кафедраһында тормошҡа ашырыла. Лекцияларҙы уҡытыусылар алдынғы теоретик нигеҙҙәргә таянып уҡый, ә практик дәрестәрҙе шәхси коммуникациялар, коммуникация менеджменты, сәйәси коммуникациялар өлкәһендәге белгестәр алып бара. Студенттар уҡыу йортонан төбәк менән идара итеү системаһында, шул иҫәптән мәғлүмәт-аналитика бүлектәрендә һәм кире бәйләнеш менән шөғөлләнгән бүлектәрҙә эшләү өсөн кәрәкле белгес булып  сыға.

Яңы программа буйынса көндөҙгө уҡыуға 15 бюджет урыны ҡаралған, шулай уҡ түләүле нигеҙҙә көндөҙгө бүлектә һәм ситтән тороп уҡырға ла мөмкин.

Автор:
Читайте нас: